Яңылыҡтар

“Һаумы, һаумы, әкиәт! -2021”

“Һаумы, һаумы, әкиәт! -2021” район конкурсы гөрләп үтеп тә китте. Башҡорт телендә әкиәт һөйләүсе йәш конкурсанттар йылдағыса ныҡлы әҙерләнгәндәр. Жюри “18-се башҡорт балалар баҡсаһы” тәрбиәләнеүселәренең эштәрен юғары баһаланы:
“Йәш әкиәтселәр” номинацияһында:
1 урын – Сәлихов Руслан (етәксеһе Ишдәүләтова Ә.Р.);
2 урын – Кәбирова Диана (етәксеһе Ишдәүләтова Ә.Р.);
“Ғаилә менән сәхнәләштереү” номинацияһында:
1 урын – Ишдәүләтовтар ғаиләһе (етәксеһе Ишдәүләтова Ә.Р.);
“Фольклор коллектив менән әкиәт сәхнәләштереү” номинацияһында:
1 урын – төрлө йәштәге балалар төркөмө (етәксеһе Солтанова З.Ф.);
“Әкиәтте яңғыҙ һөйләү” номинацияһында
1 урын – Вәлиев Алмас (етәксеһе Ғиззәтуллина С.Р);
2 урын – Сәйфутдинова Әмилиә (етәксеһе Солтанова З.Ф.)
3 урын – Әхмәтшин Рүзил (етәксеһе Солтанова З.Ф.)

Еңеүселәрҙе һәм уларҙы әҙерләгән тәрбиәселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ҡала кимәлендә лә еңеү яуларға теләйбеҙ!

  Һөйөнсө!

         “Тәрбиә һәм белем биреү башҡорт телендә алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы” 1 Регион-ара конкурсында беҙҙең балалар баҡсаһы еңеүсе тип билдәләнде! Төрлө яҡлап һынау тотҡандан һуң юғары баһа алыу бигерәк та ҡыуаныслы. Балалар баҡсаһы етәкселегенә, коллективҡа, бәйге ойоштороусыларына һәм жюри ағзаларына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

 Милли кейемдәр көнө

   

         16 апрель икенсе кескәйҙәр төркөмөндә башҡорт теленән ойошҡанлы белем биреү эшмәкәрлеге үҙенсәлекле үтте. Тәрбиәселәр балалар алдында милли башҡорт кейемендә баҫтылар. Балалар ҙа матур итеп кейенделәр: малайҙар күлдәк, камзул кейһә, ҡыҙҙарҙың башҡорт күлдәктәрен милли биҙәүестәр – селтәрҙәр биҙәне. Балалар дәрес барышында милли башҡорт кейеме тураһындағы белемдәрен камиллаштырҙылар, тәрәнәйттеләр. Башҡорт костюмдары төҙөлөшөнә, төҫтәренә, биҙәктәренә айырыуса иғтибар бүленде. Балаларға айырыуса “Ҡурсаҡты милли кейемгә кейендер” интернетта дидактик уйыны оҡшаны. Беҙҙең балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре башҡорт мөхитендә тәрбиләнеүгә күрә, улар көндән көн туған телгә, тыуған илгә, башҡорт халҡына һәм халҡыбыҙҙың милли мираҫына йөрәктәрендә оло һөйөү тәрбиәләй.

 “Ҡарға бутҡаһы” ҡотло булһын

“Ҡар ҙа ҡар, тип ҡағынышып,

Осоп ҡайткас ҡарғалар.

Ҡарға туйы байрамына

Ҡайын таҡҡан һырғалар.

Оҙайлы ҡыштан һуң барыһы ла: кешеләр ҙә, тәбиғәт тә яҙ килеүен түҙемһеҙләнеп көтә. Бөгөн, 24 март көнө, балалар баҡсаһын йәмләп, гөрләтеп “Ҡарға бутҡаһы” күңел асыуы үтте. Ҡала мөхитендә үҫеп, тәрбиәләнеүгә ҡарамаҫтан, башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белеп үҫә балалар. Байрамға ныҡлы әҙерләнгәндәр улар: шиғырҙар, халыҡ йырҙары, бейеүҙәр бер-бер артлы теҙелеп киттеләр! “Наза” башҡорт халыҡ уйыны айырыуса оҡшаны уларға. Матур теләктәр әйтеп йола байрамын тағы ла йәмләне балалар.

  Лайыҡлы алмаш үҫтерәбеҙ                      

2021 йыл Рәсәй Федерацияһында Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителде. Балалар баҡсаһында уҡ балаларҙа фәнгә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыу иң уңышлы эш, тип һанай беҙҙең тәрбиәселәр. Шуға күрә беренсе кескәйҙәр төркөмөнән башлап төрлө тәжрибәләр, ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр алып барыла. Үткән аҙнала икенсе кескәйҙәр һәм уртансы төркөмдәр һыу менән тәжрибәләр үткәрҙеләр. “Балаларҙың янып торған күҙҙәре, әүҙем ҡатнашыуы бик ҡыуандыра, тимәк, беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ”, – тип үҙ фекерен белдерҙе тәрбиәсе Әлиә Риза ҡыҙы. Ғөмүмән, календар-тематик план буйынса тәғәйенләнгән һәр тәжрибә балаларҙа тик ыңғай ҡараш тыуҙыра.

  Күҙҙең яуын алырлыҡ күргәҙмә

            Әсәйемә селтәр

Мин бүләк итәм.

“Иң ҡәҙерлем – һин”, –

Тип уға әйтәм.

Беҙҙең балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре кескәй саҡтан милли мөхиттә үҫешәләр, тәрбиәләнәләр. Ауыҙ-тел ижады өлгөләрен өйрәнеп, әкиәттәр тыңлап, рухи мираҫыбыҙ менән генә танышып үҫмәй улар, ә халҡыбыҙҙың матди байлыҡтарын, ҡомартҡыларын үҙ күҙҙәре менән күреп, тотоп ҡарап, ижад итеп үҫәләр. Шундай үҙенсәлекле эштәрҙең береһе – “Әсәйемә селтәр” күргәҙмәһен биҙәне. Иң ҡәҙерле, иң сибәр берҙән-бер әсәйҙәренә балалар үҙ ҡулдары менән селтәр эшләнеләр.
Икенсе кескәй төркөмө башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре менән уҡыу йылы башынан уҡ яҡындан танышты, уның өлгөләрен, традицион һәм заманса төрҙәрен дә сағыштырып ҡаранылар. Йыл әйләнәһенә әүҙем алып барылған эш бына ошолай матур һөҙөмтә бирҙе.

Көлә, көлә килә яҙ

Оҙон ҡыш та аҙағына яҡынлаша. Балалар баҡсаһы гөрләп тора: ҡарҙар иреп, ер асылып, тирә-яҡ оҙайлы йоҡонан уяныуын балалар түҙемһеҙләнеп көтә. Ошо көндәрҙә өлкән йәштәге төркөм балалары бик файҙалы, матур ижади эш эшләнеләр. Ата-әсәләр менән берлектә яҙ айы тураһындағы һынамыштар китапсыҡтарын булдырҙы беҙҙең тәрбиәләнеүселәр! Төркөмдәге һәр бала башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ынйылары менән таныштылар, бармаҡ моторикаһын камиллаштырҙылар, ижади ҡараш үҫтерҙеләр! Афарин, балалар!

        Юлда  һаҡ бул                                                                                                             Республикала балаларҙың юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтеүҙе балалар баҡсаһынан уҡ башланыуы хуплауға лайыҡ.
Беҙҙең балалар баҡсаһында “ Юл ҡағиҙәләре ” тигән сара үтте. Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре  юл  хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, билдәләре менән таныштырҙыуҙы дауам иттеләр, ә балалар әкиәт персонаждары ярҙамы менән нимә ярай, нимә ярамағанды үҙләштерҙе.Ҡыҙҙар менән малайҙар үҙҙәре өсөн бик күп мәғлүмәт алып, яҡшы кәйеф менән таралыштылар. Шуныһы ҡыуаныслы: балалар тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған светофорҙың ҡыҙыл утында мотлаҡ туҡтарға, һары ут янһа-ҡуҙғалырға әҙерләнергә, йәшел утта иһә юлды дауам итергә мөмкин икәнлеген, юл аша сыҡҡанда тирә-яҡҡа күҙ һалып, машина булмаған осраҡта ғына сығырға кәрәклеген яҡшы белә.

Балалар баҡсаларында  өйрәтеү буйынса дәрестәр, һөйләшеүҙәр алып барылғанда ғына фажиғәләрҙе иҫкәртеп була.  Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт хәл-ваҡиғаларын булдырмау өсөн мөһим һәм кәрәк икәнлеген күптәр аңлаһын ине.

Афарин! 

            Өфө ҡалаһында 1 февралдән 28 тиклем I Регион-ара “Башҡорт телендә белем биреүсе иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы” конкурсының муниципаль этабы үтте. Конкурста ҡатнашыусы бащҡорт балалар баҡсалары етди һынауҙар үтте: башҡорт телендә асыҡ сара үткәреү; башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәтеү проектын тәҡдим итеү; 13 критерийҙан торған портфолио-презентация ярҙамында балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге менән таныштырыу.

Һөҙөмтәлә  беҙҙең балалар баҡсаһы бар һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, 1 урын яуланы! Еңеү менән балалар баҡсаһы коллективын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

 

                                                     БЕҘ — ГАГАРИНСЫЛАР

28 февраль көнө Өфө ҡалаһында Республика кимәлендә ойошторолған мәктәпкәсә йәшәге балалар араһында БЕҘ — ГАГАРИНСЫЛАР олимпиадаһы (физкультура) үтте.  Ленин районынан беҙҙең балалар баҡсаһынан ҡатнаш төркөм тәрбиәләнеүсеһе ҡатнашты. Йәш спортсыларға артабан да уңыштар теләйбеҙ.

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө

1999 йылдың ноябрь айында үткәрелгән бер конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала, һәм ул 2000 йылдың февраленән билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителә.

Телдәрҙең юҡҡа сығыу сәбәптәре булып халыҡтың үҙ телендә һөйләшмәүе, телгә кешенең битараф булыуы тора. Ә беҙҙең телебеҙ йәшәр, йәшәйәсәк! Сөнки һуңғы ваҡытта телгә иғтибар көсәйҙе.

Бөгөнгө көндә беҙҙең  балалар баҡсаһында балалар  үҙ туған телендә белем    алалар, уйнайҙар, йырлайҙар. Ошо матур, наҙлы телебеҙҙе данламай ҙа мөмкин түгел! Ә төрлө йәштәге төркөм балалары,атай-әсәләре лә  үҙ телендә иркен  аралашалар,һөйләшәләр.Төрлө байрамда ҡатнашып, призлы урын алалар,гөрләшеп йәшәйҙәр ,күңел  асалар.

Туған телебеҙ хаҡында фекер алышыу,туған тел тураһында белемде арттырыу,оҫта һөйләргә ынтылыш тәрбиәләү,фольклор өлгөләре аша  балаларҙың телмәрен үҫтереү,уларҙы  халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға күсеп килгән байрамдары менән таныштырыу, башҡорт рухында тәрбиәләү төп маҡсат булып тора.

Үҙ туған телебеҙҙе яратайыҡ, хөрмәт итәйек, һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ!

Мәңге йәшә, эй һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле – минең телем.

(З. Биишева)

 

Изгелек көнө

Изге ғәҙәттәр – ул изге кешенең тигеҙ, түҙемле, саф хис-тойғолары. Был ыңғай hыҙаттар беҙҙең үҙенсәлегебеҙҙе билдәләй, һәм йәмғиәттә тотошобоҙҙо, шуның өсөн был изге ғәҙәттәр бала саҡтан күңелгә һалынырға тейеш.
Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында, һәр баланы ыңғай яҡҡа тәрбиәләү маҡсатында, “Яҡшы һыҙаттар” тип аталған көн үтте. Иртә, ғәҙәттәгесә, яҡшы ғәҙәттең бер һыҙаты – һаулыҡ һорашыуҙан башланды.
“Кем һәм ни өсөн был яҡшы ғәҙәттәрҙе уйлап сығарғандар” исемле
әңгәмә ваҡытында, балалар уҙҙәренең ошо темаға ярашлы белемдәрен киңәйттелэр, бер-береһенә өйҙә һәм ҡунаҡта уҙҙәрен нисек тотоуҙары тураһында һөйләнеләр. Көн эсендә тәрбиәселәр балаларға В. Маяковскийҙың “Нимә яҡшы, нимә насар” тигән шиғырын, “Иҫәр сыскан” тураһында әкиәтен, С. Маршактын “ике һаран айыу” тигән әкиәттәрен уҡып ишеттерҙеләр. Балалар менән “Яҡшы һүҙ әйт”, “Яғымлы итеп әйт” этюдтарын, туп менән “Изге һәм матур һүҙҙәр” уйынын һәм “Матурлыҡ салоны” сюжетно-ролле уйын уйнанылар. Балаларға ошондай матур белем биреп, беҙ уларға киләсәккә яҡты юл асабыҙ,  үҙ-үҙенә ышаныс, уңышлы киләсәк тәрбиәләйбеҙ.